Лицензия на осуществление образовательной деятельности
№ 56-46 от 09.04.2021 г.
СМИ. Регистрационная запись ЭЛ № ФС 77 - 76118 от 12.07.2019 г. 
тел. 8-800-100-26-84
эл. адрес - centrideia@mail.ru
 

НАПИСАТЬ НАМ

 

 

ЦЕНТР ГРАЖДАНСКИХ         

            И МОЛОДЁЖНЫХ     

                       ИНИЦИАТИВ

 

Для того, чтобы добавить материал в методическую копилку, необходимо войти на сайт, или пройти регистрацию.

Календарь мероприятий

ПОДПИСКА

Новости

27.04.2024 г.
Всероссийский конкурс рисунков, посвящённый Международному дню семьи «Моя семья крепка, дружна и...
26.04.2024 г.
Всероссийская интеллектуальная викторина (из цикла «Изучай и развивайся») «Великая Отечественная...
26.04.2024 г.
X Всероссийский конкурс, посвящённый Международному дню семьи «Семья - это мы! Семья - это я!»
25.04.2024 г.
Всероссийская интеллектуальная викторина для учеников 1-4 классов, посвящённая Дню Победы в Великой...
25.04.2024 г.
X Всероссийский фестиваль творчества, посвящённый Международному дню защиты детей «Мир, в котором я...
24.04.2024 г.
Всероссийская интеллектуальная викторина, посвящённая Дню Победы в Великой Отечественной войне (из...
22.04.2024 г.
Всероссийский конкурс, посвящённый Дню Победы в Великой Отечественной войне «И снова май, цветы,...

Ф. Губайдуллина. Флаг Башкортостана. Простые и сложные числительные.

Ф. Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы. Ябай һәм ҡушма һандар. Маҡсат: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Башҡортостан флагы” шиғыры менән танышыу. Уҡыусыларҙың тыуған ер, уның үҙаллылығын билдәләүсе символдар тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Уҡыусыларҙың грамматика буйынса белемдәрен, һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтлектәрен байытыу, тел байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Ф.Ғөбәйҙуллинаның ижадына ихтирам, тәржемә эштәре аша һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо тәрбиәләү. Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе. Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары, проект технологияһы. Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуап, мәҡәл әйтеү, карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, ижади эш. Предмет буйынса нәтижәләр: халыҡ ижады үрнәктәрен ҡулланыу. Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Метапредмет буйынса нәтижәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, иптәштәреңдең эшен тикшерә алыу, иҫәпте белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау. Шәхси нәтижәләр: тыуған еребеҙҙең матурлығын аңлау. Предмет ара бәйләнеш: тыуған еребеҙҙең матурлығын аңлау. Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив. Яңы термин-төшөнсәләр: уй, хеҙмәттәшлек, именлек, паклык. Йыһазландырыу: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның портреты, ижадына бағышланған китаптар, һүҙлектәр, уҡыусыларҙың тема буйынса төшөрөлгән һүрәттәре күргәҙмәһе, компьютер, мультимедия материалдары, магнитофон, карточкалар. Дәрестең ҡыҫҡаса аннотацияһы: Психологик инеш. 1.1. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Мотивация. 2.1 Мәҡәл уҡыу. Уҡыу мәсьәләһен булдырыу. 3.1. Артикуляцион аппаратты көйләү. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен булдырыу. Актуалләштереү. 4.1 Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау. Ғәмәли эштәр. 5.1.Яңы мәғлүмәт биреү. Уҡыу ситуацияһының исемлеге. 6.1. Шиғырҙың исеменә иғтибар итеү. 6.2. Һүҙлек эше. 6.3. Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү. 6.4. Ял минуты. 6.5. Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү. 6.6. Биремдәрҙе үтәү. Нығытыу. 7.1. Төркөмдәрҙә эш. 8. Рефлексия. 8.1. Үҙбаһа, уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эшен баһалауы. 9. Өй эше. 10. Йомғаҡлау. Дәрестең киңәйтелгән план-конспекты № Эш төрҙәре Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусы эшмәкәрлеге Йыһаздар Психологик инеш 1. Психологик кәйеф шарттарын булдырыу Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу У. Һаумыһығыҙ, балалар! Б. Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Дәрес алдынан уҡыусыларҙың кәйефен күтәреү, рухи күтәренкелекте барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү. Аудиояҙма (ҡурай моңо). Мотивация 2 Мәҡәл уҡыу У.Уҡыусылар! Дәресебеҙҙең эпиграфын уҡыйыҡ әле. Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? Тырышлыҡ нимәгә килтерә? Шулай итеп, һеҙ бөгөн тырышып эшләп, яңы белемдәр алырһығыҙ. Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ? Б. 1-се алым – мин нәмәне белмәйем, 2-се алым – ысулды үҙем табам. Таҡталағы мәҡәлде хор менән уҡыу “Тыры шыу бушҡа китмәҫ” мәҡәле Уҡыу мәсьәләһен булдырыу 3 Артикуляцион аппаратты көйләү У. Уҡыусылар, дәресебеҙҙе тел шымартыуҙан башлап ебәрәйек. Мине иғтибар менән тыңлайбыҙ. Тыуған ерем – гөллө Башҡортостан, Һиндә генә шундай матурлыҡ! Ғорур тауҙарыңдың таштары ла Мендәр итеп һалып ятырлыҡ. (Д. Булгакова.) Орфоэпик, артикуляцион күнегеү менән телде, телмәрҙе көйләү. Уҡытыусының тасуири уҡыуы. Хор менән уҡыу. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү. 4 Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау У. Уҡыусылар, был шиғыр нимә тураһында? Б. Башҡортостан. У. Эйе, дөрөҫ. Шиғыр беҙҙең гүзәл республикабыҙға арналған. Башҡортостаныбыҙ тау, урмандарға, йылға-күлдәргә бик бай. Уның менән һоҡланмаған кеше юҡ. Ғәзиз илемдең үҙаллылығын билдәләүсе символдар бар. Бөгөн дәресебеҙҙә Башҡортостан республикаһының символдарына туҡталасаҡбыҙ. Һеҙ ниндәй символдарҙы беләһегеҙ? (Таҡтала герб, гимн ). У. Уҡыусылар, ә символдарҙың барыһы ла сағылыш тапҡанмы? Б. Юҡ. У. Ә Башҡортостан республикаһының ниндәй символы етмәй? Б. Флаг. У. Афарин. Флагтың авторҙары кем? Б. Ольга Асабина, Урал Мәсәлимов. У. Ә ниндәй ул? Унда нимәләр сағылыш тапҡан? Б. Ҡурай сәскәһе, зәңгәр, йәшел, аҡ төҫтәр. У. Дөрөҫ. Әгәр экрандағы флаг менән сағыштырһаҡ, яуаптарығыҙ тап килә. У. Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ? Б. Башҡортостан тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ. Б. Символдар тураһында һөйләшербеҙ. Б. Шиғырҙар уҡырбыҙ. Б. Шағирҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнербеҙ. Б. Дәфтәрҙә яҙма эш башҡарырбыҙ. У. Бик күп эштәр эшләргә теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ? Б. Белемебеҙҙе арттырырбыҙ. Б. Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ. Б. Символдар тураһында күберәк белербеҙ. Б. Башҡорт телендә аралашырбыҙ. Б. Һүҙлек запасын арттырырбыҙ. Б. Флаг тураһында һөйләшербеҙ. У. Афарин. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәресебеҙ ниндәй теманы яҡтыртасаҡ? Б. Флаг. У. Афарин. Был беҙҙең беренсе маҡсат. Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, фильмға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу Ф. Ғөбәйҙуллинаның портреты, уның ижадына бағышлан ған китаптар күргәҙмә һе, дәреслек (92 бит, 222-се күнегеү). Ғәмәли эштәр 5 Яңы мәғлүмәттәр биреү У. Ысынлап та, дәресебеҙ Башҡортостан республикаһының символы - флагҡа бағышланған. Республика халҡы тыуған еренә, теленә, тәбиғәтенә ғашиҡ. Улар үҙҙәренең патриотик тойғоларын төрлө әҫәрҙәрҙә сағылдыралар. Символдарға бәйле бик күп поэтик әҫәрҙәр ижад итәләр. Флаг Уҡыу ситуацияһының исемлеге 6 Шиғырҙың исеменә иғтибар итеү У. Шуларҙың береһе – Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Уның “Башҡортостан флагы” исемле шиғыры менән яҡындан танышайыҡ әле. Барыбыҙ ҙа китаптарҙы астыҡ. Уҡытыусының тасуири уҡыуы. Дәреслек (92 бит, 222-се күнегеү). 7 Һүҙлек эше 222-се күнегеүҙе тасуири уҡыу Шиғырҙы тәржемә итеү Ял минуты. Күҙҙәр гимнастикаһы Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү Төркөмдәрҙә эш Нығытыу Балалар, шиғырҙа ауыр әйтелешле һүҙҙәр бар. Шуларҙы хор менән ҡабатлайбыҙ. Төҫ мәңгелек булмышы У. Хәҙер үҙебеҙ сылбыр менән тасуири уҡыйыҡ. У. Афарин. Шиғырҙың йөкмәткеһе менән таныштыҡ. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү күнекмәләрен үтәйек. Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтәбеҙ, тыңлайбыҙ. У. Уҡыусылар, һүҙлек дәфтәрҙәрен асып, һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙабыҙ. Уй – мысль хеҙмәттәшлек –сотрудничество именлек – благополучие, мир, неприкосновенность паклыҡ – чистота, опрятность Яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ, шиғырҙы тәржемә итеп алайыҡ әле. Берәр строфалап уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ (И. К тәржемәһе). Три цвета носит флаг республики, Окрашен он самой природой Цветок курая золотом на флаге Древнейший символ моего народа. Три цвета на полотнище- зеленый, белый, синий, Цвет синий - это ясность помыслов и чистота, Доброжелательность, спокойствие народа, Как рек башкирских чистая вода! Цвет белый - миролюбие, открытость, Здоровье нации, сотрудничать стремленье И обретенье силы в суверенном государстве И гордости национальной пробужденье. Зеленый – это цвет свободы, вечной жизни, Как зелены холмы, леса, луга, Как ветер вольный из степей башкирских Ласкает Агидели берега. Уҡыусылар, ныҡлап эшкә керешкәсе ял итер алайыҡ. Алыҫҡа ҡарайбыҙ. Яҡынға ҡарайбыҙ. Өҫкә ҡарайбыҙ. Аҫҡа ҡарайбыҙ. Уң яҡҡа ла ҡарайыҡ. Һул яҡҡа ла ҡарайыҡ. У. Уҡыусылар, шиғырҙың тәржемәһен белдек, шиғырҙың йөкмәткеһе менән таныштыҡ, анализ эшләп алайыҡ. У. Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Б. Башҡортостан флагы). У.Уҡыусылар, флаг нисә төҫтән тора? Б. Өс төҫ. У.Флагта нимә төшөрөлгән? Б. Ҡурай сәскәһе. У. Ҡурай сәскәһендә нисә таж бар? Б. Ете. У. Флагты ҡасан ижад иткәндәр? Б. 25 февраль 1992 йыл. У. Афарин. Һеҙҙең яуаптарығыҙҙа һандар яңғыраны. Ә нимә ул һан икәнен асыҡлау - был беҙҙең икенсе маҡсат. Ысынлап та, нимә ул? Б.Имя числительное. У. Дөрөҫ. Һан – предметтың иҫәбен белдерә. Нисә? күпме? һорауҙарына яуап бирә. Улар ябай, ҡушма һандарға бүленә. Ябай һандар бер, ә ҡушма һандар ике-өс һүҙҙән тора. Мәҫәлән, берҙән алып унға тиклем, тиҫтәне белдергән, йөҙ, мең ябай һандарға, ҡалғандары ҡушма һандарға инә. У. Балалар, дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙайыҡ. Унынсы декабрь. Ябай һәм ҡушма һандар. У. Уҡыусылар, теманан сығып билдәләйек әле, өс, ете, егерме бишенсе ниндәй һандарға инә? Б. Бер һүҙҙән торғандары- ябай, ике һәм унан күберәк булған һүҙҙәр ҡушма һандар тип атала. У. Афарин. Дөрөҫ. Бына үҙегеҙ миҫалдар ярҙамында теманы аңлаттығыҙ ҙа инде. Ошондай уҡ эштәрҙе үҙ аллы эшләйек, бағананы дауам итәйек. Карточкала һөйләмдәр бирелгән. Нимә эшләргә кәрәк? Б. Һәр һөйләмдә нөктәләр урынына кәрәкле һандарҙы яҙырға кәрәк. У. Эштәрҙе тикшерәйек. Беренсе вариант. Башҡортостан Республикаһында 54 район, 21 ҡала, 4674 ауыл бар. Икенсе вариант. Уның майҙаны йөҙ ҙә ҡырҡ өс мең ундан алты квадрат километр. У. Уҡыусылар, хәҙер мине иғтибар менән тыңлайбыҙ. Мин һеҙгә һөйләм уҡыйым, һеҙ тәржемә итеп, һандарҙы табырға тейешһегеҙ. Башҡортостанда 4 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. (В Башкортостане живут более 4-х миллионов человек.) У. Дөрөҫ. Ә Башҡортостанда ниндәй халыҡтар йәшәй? Б. Башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш һ.б. У. Улар нисек йәшәйҙәр? Б. Дуҫ, татыу. У. Дөрөҫ. Улар татыу ғаилә кеүек йәшәй. Ә мәктәпте икенсе өй, класты - икенсе ғаилә тип әйтеп буламы? Б. Эйе. У. Ә һеҙҙең кластың флагы бармы? Б.Юҡ. У. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ бөгөн дәресебеҙҙә класс флагын эшләйек. Һеҙҙең алдығыҙҙа файлдар ята. Барыбыҙ ҙа ҡулға алдыҡ һәм кәрәк тип уйлаған элементтарҙы ҡулланып, эшкә тотонабыҙ. Эшләп бөткәс, 2-3 һөйләм менән проектығыҙҙы яҡларға кәрәк буласаҡ. Уҡыусылар уҡыуы. Уҡытыусының уҡыуы. Хор менән уҡыу. Ҡулдарҙы алға һоноп бармаҡтар осона ҡарау Устарҙы күҙҙәрҙе эргәһенә ҡуйып ҡарау Ҡулдар өҫтә, бармаҡ остарына ҡарау Ҡулдар аҫта, бармаҡ остарына ҡарау Ҡулдарҙы йәйеп уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау Ҡулдарҙы йәйеп, уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙыу Таҡтала, дәфтәрҙә эшләү. Карточкалар менән эш (2 вариантта) Проект эше. Таҡтала яҙыу: өс төҫ, ете таж, 25 февраль, 1992 йыл). Дәфтәр Рефлексия 8 У. Уҡыусылар, беҙ дәрестә нимәләр хаҡында һөйләштек? Б. Башҡортостан символдары: герб, гимн, флаг, ябай һәм ҡушма һандар. У. Афарин, балалар, дәрөҫ. Бөгөнгө дәресебеҙ беҙҙең гүзәл, ғәзиз республикабыҙҙың символы булған флагҡа бағышланды, тыуған илде һөйөү, уны ихтирам итеү кеңек маҡсаттар тормошҡа ашырылды, яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ, ябай һәм ҡушма һан темаһын үҙләштерҙек. У. Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле. Һин үҙеңә ниндәй баһа ҡуйыр инең? Ни өсөн? (3-4 һорау). Күмәкләп баһалар ҡуйыу Өй эше 9 1. Билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа һәр бер ғаиләнең үҙ символикаһы (гербы, флагы, гимны) булған. Уҡыусылар, һеҙгә лә өйгә эш итеп ғаиләгеҙҙең флагын төшөрөп килергә кәрәк буласаҡ. 2. 92-се бит, 222-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡырға. Ғаиләнең флагын төшөрөп килергә. 3. 92-се бит, 222-се күнегеү. Шиғырҙың бер строфаһын ятларға. Ғаиләнең флагын төшөрөп килергә. Йомғаҡлау 10 У. Уҡыусылар! Һеҙ бөгөн бик күп нәмәләрҙе белдегеҙ, иҫкә төшөрҙөгөҙ, берҙәм эштәр башҡарҙығыҙ. Рәхмәт! Киләһе дәрестә осрашҡанға тиклем һау булығыҙ! Төп әҙәбиәт: 1. Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: У рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2009. 2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994. 4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007. 5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006. 6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 7. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары. 8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 9. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997. 10. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 . 11. Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө, 2005. 12. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993. 13. Аҙнабаева Ф.Г., Нафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. – Өфө: БМКИ, 2004 14. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008. Өҫтәлмә әҙәбиәт 1. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө 2. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008. 3. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005. 4. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002. 5. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 6. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994. 7. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007. 8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 9. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Нарыштау” гәзиттәре. 10. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.